” Их, күңелле, бик күңелле ҡышҡы каникулдар!»
Яңы йыл каникулдары-балалар өсөн иң күңелле һәм мауыҡтырғыс мәл.Сыңғыҙ мәҙәниәт йортонда ” Их, күңелле, бик күңелле ҡышҡы каникулдар!» исемле уйындар уткәрелде.
Унда балаларға күңелһеҙләнергә тура килмәне.Балалар үҙҙәренең етеҙлектәрен, тиҙлеген һәм сыҙамлылыҡтарын күрһәтә алдылар. Төрлө конкурстарҙа ҡатнаштылар. Балалар шыршы тирәләй әйләнеп йырлап- бейеп тә алдылар, барлыҡ конкурстарҙа ла бик ҙур теләк менән ҡатнаштылар, күңелле һәм ҡыҙыҡлы итеп ваҡыт үткәрҙеләр. Сара тәмлекәстәр биреү менән тамамланды.