Мәңге балҡы,Башҡортостан!
Барығыҙҙы ла Республика көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Сал тарихыбыҙ, мәҙәни мираҫыбыҙ менән ғорурланған, ҡәҙерләп һаҡлаған һәр кем өсөн 11 октябрь көнө – ҙур байрам!
Сыңғыҙ ауыл модель китапханаһында байрамға арналған сара уҙҙы.Балалар тыуған төйәгебеҙ хаҡында кем күберәк белеүҙәрен, Башҡортостан республиаһының 3 символы (билдәһе), ете мөғжизәһе, тыуған илебеҙҙең нимәләргә бай булыуын иҫкә төшөрөп, белемдәрен нығыттылар.
Уҡыусылар республикабыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, тәбиғәтен сағылдырған күргәҙмә менән танышты. Башҡортостаныбыҙҙа именлек, тыныслыҡ хөкөм һөрһөн, үҙ-ара аңлашып йәшәйек, йәш быуында Ватанға һөйөү тәрбиәләйек. Ғәзиз республикабыҙҙың киләсәге өмөтлө, яҡты булһын, дуҫтар! Барығыҙға ла сәләмәтлек, бәрәкәтле һәм тыныс тормош теләйбеҙ!