Ололар көнө менән!
Сыңғыҙ ауылы мәктәбе ашханаһында Оло йәштәгеләр өсөн байрам табыны ойошторолдо.
Байрам табынын ойоштороуҙа ярҙам иткән Ленин исемендәге ауыл хужалығы рәйесе Сәлимов Ғәлим Булат улына, ашнаҡсы апайҙарыбыҙ Мустакимова Зифа Акрам ҡыҙына, Султангильдина Нурия Акрам ҡыҙына шулай уҡ һәр ваҡыт бағымсылыҡ ярҙамы күрһәткән эшҡыуарҙарыбыҙ Ахметова Эльвира Абдулхай ҡыҙына,Раев Рәил Рафиҡ улына,Заманов Рөстәм Рәжәп улына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Эшегеҙҙә ҙур уңыштар, юлдаш булһын, ҡылған изге эштәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын!
Инәй – олатайҙарҙы тағы ла бер тапҡыр байрам менән ҡотлайбыҙ! Йыл һайын килгән ошо байрамда теүәллектә осрашып торорға яҙһын Алла бирһә.