Ҡорама-милли асылыбыҙ”
Ҡорама ҡорау – халҡыбыҙҙың борондан килгән матур шөғөлдәренең береһе ул. Бөгөн ҡорама ҡорау йола кәсебенә әүерелде. Энә, еп һәм туҡыма киҫәктәре ярҙамында үҙенсәлекле, милли колоритлы матурлыҡ тыуҙыра халҡыбыҙ. Сыңғыҙ ауыл модель китапханаһында “Ҡорама – милли асылыбыҙ” исемле оҫталыҡ дәресе үтте. Осрашыуҙа ауылыбыҙҙың иң әүҙем, оҫта ҡатын -ҡыҙҙары ҡатнашты.