logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

Проект_Асфандияров_учитель_краевед_писатель

#Неделя_краеведенияБМЦБ
#Тыуған_яҡты_өйрәнеү_аҙналығы

Сыңғыҙ – мәҙәниәтле, илһамлы ауыл. Тыуған яҡты өйрәнеү аҙналығы сиктәрендә 8-се класс уҡыусылары менән урындағы мәктәптә урынлашҡан РСФСР-ҙың һәм БАССР – ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты Хөсәйен Әхмәтовтың музейына сәйәхәт ҡылдыҡ. Унда Сыңғыҙ ауылының арҙаҡлы шәхестәренең береһе тарихсы, ғалим Әнүәр Зәкир улына ла айырым мөйөш булдырылған. Шәхси әйберҙәренән башҡа хеҙмәттәрен күрергә була.Тормош юлы, эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәттәрҙән тыш уҡыусыларға Әнүәр ағайҙың ҡатыны Клара Миһран ҡыҙының, ауылдаштарыбыҙ мәғариф ветерандары Миңнур Зәйнулла ҡыҙы һәм Азамат Абдрахман улы Ханафиндарҙың, Флүрә Ибраһим ҡыҙының уның тураһындағы иҫтәлектәре уҡыусылар күңеленә рухи аҙыҡ өҫтәгәндер тип ышанам. Ауыл китапханаһында Әнүәр Зәкир улы Әсфәндиәров тураһында иҫтәлектәр,ғаилә архивынан фотолар йыйыу артабан да дауам ителәсәк. Кемдәр мәғлүмәттәр менән уртаҡлашырға теләй рәхим итегеҙ.