logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Сыңғыҙ һылыуы Ханафина Гөлзифа Мөнир ҡыҙы – “Тамашасы һөйөүе”номинацияһында еңеүсе! Ҡотлайбыҙ!

Икенсе Этҡол ауылында Т.Ғарипова ижадына арналған “Тәңкәле ҡыҙ” район конкурсының сираттағы төбәк этабы үтте. Унда Бикеш, Ҡуянтау, Үрге Яйыҡбай, Беренсе Этҡол, Икенсе Этҡол, Таулыҡай, Сыңғыҙ, Әбделкәрим, Буранбай, Ниғәмәт ауылдарының китапханасылары әҙерләгән сая, тапҡыр, уңған конкурсант ҡыҙҙар ҡатнашты. Таныштырыу өлөшөндә ҡыҙҙарҙың йыр-бейеүгә һәм телгә маһирлығы сағылһа, “Һорауҙарға яуаптар” тип аталған һынауҙа барыһы ла әҙәбиәтте һәм мәҙәниәтте яҡшы белеүен күрһәтте. Һәр ваҡыттағыса, конкурстың иң йәнле өлөшө “Сәхнәләштереү” булды: әртислек сифатына эйә ҡыҙҙарҙың сығыштары көслө алҡыштарға күмелде.