“Журналдар менән танышайыҡ”
Сыңғыҙ ауыл модель китапханаһында балалар өсөн “Журналдар менән танышайыҡ” исемле китапхана сәғәте үтте. Бөгөнгө интернет, гаджеттар заманында, баланы китап һәм гәзит-журналдар уҡырға йәлеп итеү еңелдән түгел. Шуға ла китапханасы гәзит-журналдар тураһында тулыраҡ һөйләп үтте, балалар үҙҙәренә уҡыуҙа кәрәкле, ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәттәр алдылар, шулай уҡ эстәлегендәге ребус, кроссвордтарҙы эшләнеләр, төрлө уйындар уйнанылар.