logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Чингизовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

Новости

#проект_Асфандияров_учитель_краевед_писатель

Сыңғыҙ ауыл модель китапханаһында мәктәп уҡыусылары өсөн ауылдашыбыҙ, тарих фәндәре кандидаты Әнүәр Зәкир улы Әсфәндиәров ижадына ҡағылышлы материалдар менән таныштылар, китаптарына байҡау яһанылар, уның тураһындағы видеоматериалды ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡаранылар.  
26 октября 2023 477

Мәңге балҡы,Башҡортостан!

Барығыҙҙы ла Республика көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Сал тарихыбыҙ, мәҙәни мираҫыбыҙ менән ғорурланған, ҡәҙерләп һаҡлаған һәр кем өсөн 11 октябрь көнө – ҙур байрам! Сыңғыҙ ауыл модель китапханаһында байрамға арналған сара уҙҙы.Балалар тыуған төйәгебеҙ хаҡында кем күберәк белеүҙәрен, ...
11 октября 2023 636

Хөрмәтле уҡытыусылар!

Ысын күңелдән һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайбыҙ! “Уҡытыусы” һүҙе ниндәй генә телдә әйтелһә лә, оло хөрмәт һәм ихтирамға сорналып яңғырай. Һәр кемебеҙҙең йөрәгендә ул ҡәҙерле, ғәзиз кешеләребеҙ рәтенә ҡуйыла. Хөрмәтле уҡытыусылар! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыныс күк йөҙө ...
5 октября 2023 627

Ололар көнө менән!

Сыңғыҙ ауылы мәктәбе ашханаһында Оло йәштәгеләр өсөн байрам табыны ойошторолдо. Байрам табынын ойоштороуҙа ярҙам иткән Ленин исемендәге ауыл хужалығы рәйесе Сәлимов Ғәлим Булат улына, ашнаҡсы апайҙарыбыҙ Мустакимова Зифа Акрам ҡыҙына, Султангильдина Нурия Акрам ҡыҙына шулай уҡ һәр ваҡыт бағымсылыҡ ...
1 октября 2023 972

Проект_Асфандияров_учитель_краевед_писатель

#Неделя_краеведенияБМЦБ #Тыуған_яҡты_өйрәнеү_аҙналығы Сыңғыҙ – мәҙәниәтле, илһамлы ауыл. Тыуған яҡты өйрәнеү аҙналығы сиктәрендә 8-се класс уҡыусылары менән урындағы мәктәптә урынлашҡан РСФСР-ҙың һәм БАССР – ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты ...
15 сентября 2023 1409

Тыуған яҡты өйрәнеү аҙналығы

#Неделя_краеведенияБМЦБ #Тыуған_яҡты_өйрәнеү_аҙналығы Хөрмәтле китап һөйөүселәр! Сыңғыҙ ауыл модель китапханаһы “Сыңғыҙым” исҽмлҽ китабын уҡырға тәҡдим итә؛ Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылы таланттарға ла, тарихҡа ла бай. Тарихсы Әнүәр Әсфәндийәров үҙенең фәнни тикшеренеүҙәрендә тыуған ауылын ...
14 сентября 2023 1297

“Үҙ халҡының лайыҡлы улы”

Билдәле педагог, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Азамат Тажетдиновтың ижады менән танышыу маҡсатында Сыңғыҙ ауыл модель китапханаһында “Үҙ халҡының лайыҡлы улы”исемле сара үтте. Уҡыусылар Азамат Әғзәм улының тормошо һәм ижадына ҡағылышлы материалдар менән таныштылар, китаптарына байҡау яһанылар.
13 сентября 2023 1204

Бөгөн Милли кейем көнө!

Милли кейем – милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел,ә халыҡтың оло тарихын,сәнғәтсән ҡеүәһен күрһәткән дәлил ул. Һәр халыҡтың милли кейеме бай тарихлы китап кеүек. Милли кейем – халыҡ тарихы. Тарих һаҡлана икән, халыҡ та тере!
8 сентября 2023 1306